-6 °С
Болотло
Билдәле булыуынса, республика Хөкүмәте Яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү буйынса сикләүҙәр индерҙе. Урындағы үҙидаралыҡтың да өҫтәмә тыйыуҙар ҡабул итергә хоҡуғы бар. Ә бына ял мәлендә рөхсәт ителгән көндәрҙә алкоголгә хаҡ артыуы мөмкин, ти Берәмләп һатыу компаниялары ассоциацияһы.
Халыҡ байрам алдынан күпме алкоголь һатып алған, алдан запас туплағанмы, ғинуар сикләүҙәре һөҙөмтә биргәнме - был күрһәткестәр һуңынан билдәле буласаҡ.
Ә әлегә, байрамда халыҡ, ысынлап та, аҡылын юйғансы эсмәҫ, эскелек арҡаһында йөрәккә ҡан һауырлыҡ фажиғәләр булмаҫ, тип ышанайыҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.