Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2019, 22:15

Лицейға Ғәли Ибраһимов исеме бирелде.

Өфөлә 2-се лицейға атаҡлы башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов исеме бирелде.

2019 йылда башҡорт халҡының арҙаҡлы улына, шағирға, педагогҡа, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ис. Дәүләт премияһы лауреты, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Сараға халыҡ күп йыйылды: яҙыусылар, ғалимдар, ҡаланың зыялылары, шағирҙар. Район хакимиәте башлығы Олег Котов йыйылған халыҡҡа, айырым атап яҙыусының ҡыҙҙары – Һөйөклө һәм Гүзәл Ибраһимоваларға рәхмәтен әйтте.

Олег Котов һәм шағирҙың ҡыҙы Гүзәл Ибраһимова таҡтаташ астылар. Ҡунаҡтар сәскә һалды һәм лицей эсендә байрамды дауам итте. Унда Өфөнөң Ленин районы уҡыусыларының күргәҙмәһе менән таныштылар.

#ВсемирныйКурултайБашкир
Читайте нас: