Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2019, 11:30

Клиенттарын 24 млн һумға алдаған

Өфөлә «Five Stars» турагентлығы етәксеһе клиенттарын 24 млн һумға алдаған.

Путевка хаҡын түләгән кешеләр ял итергә оса алмаған.

Өфө ҡалаһы прокуратураһы енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарарын раҫлаған. Фирманың директоры 53 йәшлек Гөлнара Яфаева был аҡсаларҙы үҙләштереп, үҙенең кәрәк-яраҡтары өсөн тотонған.

«Турагентлыҡ етәксеһе 2017 йылдың сентябренән 2018 йылдың сентябренә тиклем 177 клиенттан Төркиәгә, Грецияға, Таиландҡа, Берләшкән Эмираттар Ойошмаһына һәм башҡа илдәргә путевка өсөн 20 млн һумдан ашыу аҡса алған. Путевкаларҙың хаҡы 40 мең һумдан 335 мең һумға тиклем булған. Бөтә был аҡсалар ғәйепләнеүсе тарафынан тотонолған, — тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте. — Бынан тыш, ҡатын ошо осорҙа үҙенең хеҙмәттәштәренең дә 4,1 млн һумдан ашыу аҡсаһын урлаған».

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныған һәм 1,5 млн һумлыҡ зыянды ҡаплаған. Енәйәт эше артабан тикшереү өсөн Өфө ҡалаһының Октябрь районына ебәрелгән.

Фото: Яндекс

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Klienttarin-24-mln-um-a-alda-an-45194/
Читайте нас: