Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2019, 11:30

Эшһеҙлектән ҡыҫала ауларға тотонғандар

Ҡандракүлдә ҡыҫала ауҙарының иҫәбе-һаны юҡ.

Башҡортостанда был тиклем күп браконьер ҡыҫала ауын тапҡандары булмаған - Туймазы халҡы легаль булмаған кәсепкә ныҡлап тотонған. Былтыр инспекторҙар Ҡандракүлдә ни бары 20 ау тапһа, быйыл уларҙың һаны 2149-ға еткән!

Баҡһаң, быйыл ҡыҫалаға хаҡ артҡан. Былтыр килоһы 200 һум булһа, хәҙер 1 меңгә барып баҫа. Браконьерҙарға 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралһа ла, күптәрҙе яза ҡурҡытмай. Бынан тыш, ауға эләккән һәр ҡыҫала өсөн 45 һум түләргә кәрәк буласаҡ.

Тәртип боҙоусыларҙың уртаса йәше 25-35 тирәһе, ти хоҡуҡ һаҡсылары. Ауылдарҙа эш булмағанлыҡтан, күптәр ҡыҫала тотоу менән шөғөлләнә. Ҡышҡы ауҙы, етмәһә, йәйге ваҡытҡа ҡарағанда, табыуы ҡатмарлыраҡ икән. Рейд һайын инспекторҙар тарафынан бик күп ау асыҡлана һәм меңәрләгән быуынтыҡ аяҡлылар кире һыуға ебәрелә.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Esh-e-lekt-n-i-ala-aular-a-toton-andar-45180/
Читайте нас: