Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2019, 17:05

"Капремонт"ҡа хаҡ арта

Нимәгәлер хаҡ төшә, тиһәләр, бәлки, аптырар ҙа инек. Ә арта, тигәнде беҙ хәҙер еңелерәк ҡабул итәбеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, эш хаҡы йә пенсия артһа, шунда уҡ башҡа нәмәгә лә күтәрәләр.

Республика Хөкүмәте күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн йыйылған иғәнәне арттырыу тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. 2020 йылдан 6 ҡатҡа тиклемге йорттарҙа "капремонт"ҡа квадрат метры өсөн 6,9 һумдан иҫәпләп. түләйәсәкбеҙ. Әле бер кв.м-ға - 5,2 һум. 6 ҡаттан да бейегерәк йорттарҙа йәшәүселәргә тағы ла күберәк түләргә тура килә: кв. метрына - 7,5 һум (әле 5,8 һум).

- Тарифтар былай ҙа түбән. Хатта ил буйынса иң әҙе һанала. Түләү хаҡтары 46 төбәктә арттырылды ла инде, - ти вице-премьер - ЖКХ министры Борис Беляев.

Көтөгөҙ: 2021 - 2022 йылдарҙа тағы ла күтәреләсәк. Инфляция...

Фото: "Башинформ"

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Kapremont-a-ha-arta-44059/
Читайте нас: