Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Декабрь 2019, 00:05

“Вагончикта” – бала кәүҙәһе

Ҡот осҡос янғын бөгөн Иглин районында ла теркәлә. Иртәнге сәғәт ундар тирәһендә ауылдың Заречная урамында урынлашҡан “вагончик” яна башлай.

Янғын һүндереүселәр бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеп етеп, бер-нисә минут эсендә утты һүндереүгә өлгәшһә лә, утлы ваҡиға ҡорбанһыҙ үтмәй. “Вагончик” эсендә 12 йәшлек ҡыҙ баланың кәүҙәһе табыла.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин барған, һынаусы янғын лабораторияһы эшләй.
Ни өсөн "вагончик" эсендә бала яңғыҙы булған? Ғөмүмән, унда нисек барып эләккән ул? Әле был һорауҙарға яуаптар табылды. Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко хәбәр итеүенсә, был ғаиләнең йорто 2018 йылда уҡ янған һәм уларҙы ваҡытлыса ошо "вагончикка" күсергән булғандар.
“Ғаиләнең йорто янғас, уларҙы ошонда күсергәйнеләр. Таутөмән ауыл советының башҡа варианты булмаған. Вагончик мейес менән йылытылған, башҡа йылылыҡ сығанағы юҡ. Мейес эстә ултырған, яҡынса янғын унан сыҡҡан. Фажиғә башланғанда, бала яңғыҙы булған, ул ағыулы газға тонсоҡҡан”, – ти ул.
Уның һүҙҙәре буйынса, ғаилә имен һаналған, иҫәптә тормаған. "Вагончикта" әсәй, уның өйҙәше һәм 12 йәшлек ҡыҙы йәшәгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: