Стэрлебаш шишмэлере
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Декабрь 2019, 15:00
Өсәүҙең башына етеп өлгөргән...
Стәрлетамаҡ водителдәре хәҙер тыныс йоҡлай ала – машиналарҙы яндырыуҙа ғәйепләнеүсе тотолған. Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, туҡталҡала өс ҡиммәтле автомобилгә ут төрткән 27 йәшлек ир һорау алыуҙа үҙ ғәйебен таныған.
- 20 ноябрҙә Стәрлетамаҡ эргәһендәге Отрадовка ауылында өс автомобилдең яныуы тураһында хәбәр алдыҡ. Тәфтиш-оператив төркөмө шунда уҡ ваҡиға урынына йүнәлде. Ап-аҡ кейемдәге енәйәтсе автосервис янындағы машиналарҙы тәүҙә яғыулыҡ менән ҡойондорған, уның бөтә ҡылығын видеокамера төшөргән, - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Ғәйепләнеүсе яуыз ниәт менән енәйәт башҡарғанын таныған. Тикшереү эше дауам итә. Тик машина хужалары юғалтылған милекте тулыһынса ҡайтара алырмы? Икеләндерә...
Фото: ”Стерлитамак за рулем.Стерлитамак рулит”/Vk.kom
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s--e-bashina-etep-lg-rg-n-41794/
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде