Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Декабрь 2019, 13:50

Ни өсөн Стәрлебашта һыу менән өҙөклөктәр?

Һуңғы ваҡытта Стәрлебаш ауылының айырым урамдарында халыҡ йыш ҡына һыуһыҙ интегә. Интернет селтәре ҡәнәғәт булмаған кешеләрҙең комментарийҙары менән тулды, "Стәребаш һыу каналы" йәмғиәтенә лә, район һәм Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәттәренә лә шылтыратыуҙар һәм мөрәжәғәттәр булды.

Оператив кәңәшмәләрҙә сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов бер нисә тапҡыр ошо проблеманы күтәрҙе. Кисәге оператив кәңәшмәлә лә был проблема йәнә иғтибарға алынды.
- Был проблема билдәле. Әммә һыу менән өҙөклөктәр булыуҙа "Стәребаш һыу каналы" йәмғиәте генә ғәйеплеме, - тип күтәрҙе ул көнүҙәк теманы. - Һыу үткәреү селтәрҙәре ныҡ иҫкереүе тураһында йыш әйтелде һәм яҙылды. Һәм һуңғы ике йылда яңы һыу үткәргес һалыныуы бик яҡшы, уға ғәйәт ҙур сумма сарыф ителде һәм ул ошо проблеманы хәл итергә тейеш ине. Район үҙәге халҡына көндәр йылы торғанда яңы һыу үткәреү селтәренә тоташырға кәрәклеге тураһында район гәзитендә бер нисә тапҡыр яҙылды һәм граждандар йыйылыштарында был мәсьәлә тикшерелде. Юғиһә иҫкергән торбалар һыу баҫымын тота алмай, тишелә башлаясаҡ. Хаҡты арзанайтыу өсөн бер нисә йортҡа бер ҡоҙоҡ эшләргә тәҡдим ителде. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кәңәшкә ҡолаҡ һалыусылар әҙ булды. Әлеге яңы һыу үткәргескә бик аҙ кеше тоташтырылды. Ә иҫке торбалар түҙмәй, йә бында, йә тегендә өҙөклөктәр булып тора. Һыу каналы коллективы кешеләргә һыуһыҙ ҡыйын булыуын аңлап, көн йәки төн тип тормай, аварияны тиҙерәк бөтөрөргә тырыша. Әммә уларҙың ғына тырышлығы аҙ.
Тышта ҡыш. Ер туң һәм ер эштәрен алып барыу ауырлашты. Әммә яҙ етеү менән барыһына ла берҙәм рәүештә ошо эште башларға кәрәк, юғиһә һыуһыҙ ултырырға тура киләсәк. Яңы һыу үткәргескә тоташыу - заман талабы, шунһыҙ проблема хәл ителмәйәсәк. Ә әлегә... һыу биреүгә бәйле булған барлыҡ кешеләр аварияларҙы тиҙерәк бөтөрөү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: