Төрлөһөнән
17 Декабря 2019, 09:20

Берҙәмлеккә – “бишле!”

Башҡорт теле көнө уңайынан “Торатау” конгресс-холында Берҙәм башҡорт теле дәресен “Тамыр” балалар студияһы алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Әминева ҡыҙыҡлы уйын формаһында уҙғарҙы.

– Кемдәр “әсәй” тип өндәшә, ә кемдәр “инәй” ти? – тигән һорау бирелде залға. Ысынлап та, донъялағы иң яҡын кешеңә төрлө яҡта төрлөсә өндәшәләр. Мәҫәлән, республикабыҙҙың көньяғында – “әсәй”, урта өлөшөндә – “инәй”, тағы бер нисә төбәктә “әнкәй” тиҙәр. Ошо бер генә миҫал башҡорт теленең ни хәтлем бай икәнен күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, беҙ ниндәй генә диалектта һөйләшһәк тә, үҙебеҙҙе башҡорт тип һанайбыҙ.

Дәрестә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмынан өҙөк күрһәтелде, Мифтахетдин Аҡмулланың шәжәрәһе менән таныштырҙылар.

– Ялан сәскәләрен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Болонлоҡта сәскәнең ниндәй генә төрө юҡ! Күҙҙең яуын алырлыҡ! Улар тирә-яҡҡа хуш еҫ тарата. Шуның шикелле, беҙҙең телебеҙ ҙә бик бай. Уның ҡәҙәрен беләйек, моңон тойоп, бүтәндәргә таратайыҡ, – тине Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВhttps://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/ber-mlekk-bishle-/
Читайте нас