Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2019, 11:30

Электрон тәмәке тыйылырмы?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Думаһының вейп, кальян, электрон тәмәке һәм башҡа шундай әйберҙәрҙе үҫмерҙәргә һатыуҙы тыйыу тәҡдимен хуплауын белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһының административ тәртип боҙоуҙар тураһында"ғы кодексына һәмГраждандарҙың һаулығын тирә-яҡтағы тәмәке тѳтѳнѳ тәьҫиренән һәм тәмәкене ҡулланыу эҙемтәһенән һаҡлау” федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проекты түбәнге палата тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән.

Федераль проект бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйыуҙан тыш, вейптарҙы рекламалауҙы, айырым биләмәләрҙә һәм объекттарҙа ҡулланыуҙы тыйыу ҙа индерелә, шундай уҡ яуаплылыҡ тәмәке тауарҙарына ла ҡағыла. Йәғни кальянды, электрон тәмәкене ҡәҙимгеһенә тиңләштерәләр. Был рациональ ҡарарҙы күптән ҡабул итергә кәрәк ине. Тиҙҙән федераль закон статусын алыр тип ышанам”, - тине Константин Борисович.

Парламент етәксеһе бәлиғ булмағандарға электрон тәмәке, вейп, кальян, тартыу ҡатнашмалары һәм башҡа шундай матдәләрҙе һатыуҙы тыйған закон быйыл сентябрҙә ҡабул ителгәне хаҡында ла белдерҙе. Ул шулай уҡ тәмәкегә ҡаршы законды камиллаштырыу талап ителеүен билдәләне.

Фото Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.

https://bash.rbsmi.ru/articles/br-normativ-kho-u-i-akttary/Elektron-t-m-ke-tiyilirmi-39406/

Читайте нас: