Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Декабрь 2019, 17:15

Баймаҡ районының Семеновск ауылында модулле ФАП асылды

Семеновск ауылында яңы "пункыт" (өлкәндәр фельдшер-акушер пунктын, медпунктты шулай тип йөрөтә) эшләй башланы. Шуның менән "симундар" (ауыл халҡын үҙ-үҙҙәре шулай ти) заманса һәм ҡулайлы шарттарҙа медицина ярҙамы ала аласаҡ.

Модулле ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған "һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ҡоролдо. "Пункыт" 300-гә яҡын кешене - Семеновск халҡы менән Богачевка ауылын да хеҙмәтләндерәсәк.
ФАП заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, унда пациентты ҡабул итеү, процедура, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр бар. Электр кардиографы, дефибриллятор, дарыу препараттарын һаҡлау өсөн һыуытҡыс кеүек ҡоролмалар ҡуйылған. Бина электр менән йылытыла, һыу үткәрелгән. Ике фельдшер – Миләүшә Күсимова һәм Мария Ғәлфәүрова "симундарҙың" һаулығы һаҡлаясаҡ.
Тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары тағы ла Ишбирҙе, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында үҙ ишектәрен асасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөләсәк.
Фото: "Һаҡмар" гәзите сайтынан
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-rayonini-Semenovsk-auilinda-modulle-FAP-asildi-37104/
Читайте нас: