Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2019, 15:35

Яҡшылыҡҡа илһамландырыусы!

Ямғырсы китапханаһы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан. Бина эсендә полиграфия буяуы һәм ҡағыҙ еҫе. Бөтә китаптар ҙа кәштәләргә матур итеп урынлаштырылған, һәр ҡайһыһы айырым темаға һәм жанрға бағышланған. Заманса авторҙарҙың китаптары күҙгә ташлана, стеналарға яҙыусыларҙың портреттары эленгән, уңайлы әҙәби бүлмә мөхите булдырылған.

Ауылдың ял үҙәге хужабикәһе Гөлгөнә Кәримова өсөн беҙ көтмәгәндә килеп индек, әммә ул ҡунаҡтарға шат булды. Урындағы китапханасы һәр уҡыусыны һәм уның ниндәй китаптар яратыуын яҡшы белә. Шуға күрә, китап фонды тулыланғанда, Гөлгөнә Рауил ҡыҙы уҡырға яратыусылар менән һәйбәт яңылыҡтары менән һөйөнөп уртаҡлаша. Ямғырсыла төрлө кешеләр йәшәй, шул иҫәптән йырларға, бейергә, китап уҡырға яратыусылар. Мәҫәлән, Зифа Ҡадированың әҫәрҙәре ауыл халҡы араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана, уның китаптарын уҡыусылар яҙыусының яңы шедеврҙарын китапханаға ҡайтарыуҙарын һорай. Китапханаға мәктәп уҡыусылары ла йөрөй, тотош кластар менән киләләр, Гөлгөнә Рауил ҡыҙы уҡытыусылар менән берлектә балаларҙы яҙыусыларҙың ижады менән генә таныштырып ҡалмай, бында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ҙа алып барыла. Залда алкоголь һәм наркотиктарҙың зыяны һәм эҙемтәләре тураһында китаптар менән стенд эшләп ҡуйылған. Ошо бәлә тураһында бәйән итеүсе сағыу иллюстрациялар һәм яңғырауыҡлы атамалар менән баҫмалар һайлап алынған.
Дөйөм алғанда, гаджеттар һәм Интернет булған заманда, йәштәрҙе китапханаға йәлеп итеү ауыр. Әммә Гөлгөнә Рауил ҡыҙы барлыҡ киң күләмле сараларҙа йәш быуынды ҡыҙыҡһындыра белә. Ул туған тел өсөн янып-көйә: «Балалар хәҙер, күберәк, рус телендә генә аралаша», - тип уртаҡлашты ул үҙенең күҙәтеүҙәре менән. - «Ә мәҙәни мираҫ һәм туған телде һаҡларға тырышҡан ғаиләгә ҡарап тороуы ниндәй ҡыуаныс бит. Сәхнәлә милли кейемдәрҙә ата-әсәәре менән бергә йырлаған балалар, ғәҙәттә, ниндәй ҙә сараның иң тамашалы номерына әүерелә».
Күптән түгел китапханала Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисәләр үткәрелде.
Гөлгөнә Рауил ҡыҙы «Китапхана - экология - тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге» темаһына тикшеренеү эше әҙерләп, 100 мең һум аҡса отҡан. Ошо аҡсаға китап фондын һәм стеллаждарҙы яңыртҡандар. Уның намыҫлы хеҙмәте һәм шәхси өлөшө юҡҡа булмаған. Ошондай һөҙөмтә менән ул уҡыусыларҙың китапханаға ҡыҙыҡһыныуын һүндермәй. Ул ауыл халҡына рухи үҫеш бүләк итә, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенә ваҡыт бүлә. Ҡыштың кисендә, йылы юрғанға төрөнөп, берәй сәғәт мауыҡтырғыс китап уҡып, ғәжәйеп донъяға сәйәхәт ҡылыуҙан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин!
Төп эшенән тыш, ул үҙен спектаклдәрҙә лә төрлө геройҙар рөлендә һынап ҡарағаны бар. Бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, һәр ерҙә ҡатнашып, төрлө байрамдар үткәрергә ярҙам итә. Урындағы халыҡ өсөн ялды ойоштороуҙа ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең көндәштәре юҡ. Шуға күрә лә улар бер нимәне ҡабатларға тырышмай һәм һәр саҡ тамашасыларҙы яңы номерҙар менән ғәжәпләндерә.
Тап ошондай кешеләр арҡаһында һәр ауыл йырлаясаҡ, бейейәсәк һәм китап уҡыясаҡ. Бер ниндәй ҙә замана технологиялары кеше иғтибарын һәм эшһөйәрлеген алмаштыра алмаясаҡ, ә улар иһә, мәҙәни үҫешкә илһамландыра.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: