Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2019, 12:05

Яҡшы уҡыусы, көрәшсе, спорт мастерына кандидат

Айнур Хужин - Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалының өсөнсө курс студенты, ауыл хужалығы производствоһында тракторсы-машинист белгеслеген үҙләштерә. Уҡыуҙың тәүге көндәренән үк уның һайлаған белгеслеге буйынса һәйбәт белем алырға килеүе күренеп тора ине. Уҡыу менән бер рәттән ул уҡыу йортоноң йәмәғәт эшенә әүҙем ҡушылды. Өс йыл дауамында ул төркөм старостаһы булып тора.

Айнур уҡыусыларҙы туплап, үҙе артынан эйәртә белә, һәйбәт һәм оҫта ойоштороусы. Класс етәксеһе Әлфиә Назарова ла уны тик яҡшы яҡтан баһалай. Бындай ярҙамсы менән уға эшләүе, класс һәм кластан тыш саралар үткәреү бик рәхәт. Ошондай уҡыусыларҙың уның төркөмөндә аҙ булмауы һөйөндөрә.
Айнур дөйөм ятаҡта ла эштәр менән шөғөлләнеп өлгөрә, студенттар советы рәйесе бурысын башҡара. «Стәрлебаш бөркөттәре» ансамблендә бейеп, райондың үҙешмәкәр сәнғәтендә әүҙем ҡатнаша. Улар бер нисә тапҡыр республика конкурстарында лауреат булды.
Ул Йәлембәт ауылынан. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлаған ағаһы Айбулат кеүек үк, ул да тик яҡшы билдәләргә өлгәшә.
Уҡыу һәм йәмәғәт эшенән тыш, үҙенең былай ҙа ваҡиғаларға бай тормошон спорт менән бәйләп, көрәш менән шөғөлләнә. Йылдар буйына ныҡышмалы күнегеүҙәр үҙ емешен бирә. Ул, район, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлдәрендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, ағымдағы йылда һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. Айнур - көрәш буйынса район, респубика һәм Рәсәйҙең бер нисә тапҡыр чемпионы. Тренеры Илдар Моратов әйтеүенсә, егет бик һәләтле, егәрле. Күнекмәләрҙә ентекле, үҙен йәлләмәйенсә шөғөлләнә, бер һүҙ менән әйткәндә, көслө ихтыярлы егет.
Күптән түгел республикабыҙ баш ҡалаһында үткән көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында Айнур икенсе урын яуланы һәм спорт мастерына кандидатлыҡ нормативын үтәне. Уны ошо юғары исем менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға спортта иң юғары үрҙәр яулауын, шулай уҡ тормошта уңыштар теләйбеҙ.Ғәбделхәй ҒӨБӘЙҘУЛЛИН,
Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы.
Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: