Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2019, 15:20

Иң тәмле имтихан

Ашнаҡсы һөнәренә уҡыған 11 кеше өсөн занятиелар, лекциялар, мастер-кластар артта ҡалды. Хәҙер улар ҡыйыу рәүештә эшкә тотона ала - һөнәрҙе үҙләштереүселәрҙең күбеһе эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл иткән инде. Ашнаҡсы һөнәре һәр ваҡыт һорау менән файҙалана.

Был төркөм ағымдағы йылда иҫәп буйынса икенсе, беренсеһе майҙа уҡып сыҡҡайны. Был юлы курстар элекке кеүек өс ай ярым түгел, ә ни бары ике ай дауам итте. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар ваҡытында белем алып, бөтә программаны үҙләштерҙе.
Бер нисә айҙа яңы һөнәрҙе үҙләштереү еңел түгел. Әммә уҡыусылар бик тырышып, занятиеларға етди ҡараны. Фазыла Ғәсәнова уларға ашнаҡсы эше нескәлектәрен өйрәтте. Бергәләп улар аш-һыу серҙәренә төшөндө, ашхана һәм кафеларҙа аш-һыу әҙерләү процесы менән танышты. Һис шикһеҙ, ашнаҡсы һөнәрен күберәк ҡатын-ҡыҙҙар һайлай. Әммә ир-егеттәр ҙә шулай уҡ аш-һыу бүлмәһендә бешеренергә ярата.
- Күберәк усаҡта әҙерләргә яратам. Бындай аш-һыуҙың тәме бөтөнләй башҡаса. Әммә өйҙәгеләр өсөн йыш ҡына төрлө бутҡа һәм аштар әҙерләргә тура килә, быны күңел һалып башҡарам, - тине күп балалы атай Сергей Хаматгәрәев. Ә оҙаҡламай уларҙың ғаиләһендә етенсе балаларының тыуыуы көтөлә.
Сергей Дамир улы үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай: бетонсы, машина йыуыусы, ҡарауылсы, тимер конструкциялар йыйыусы булып эшләй. Хәҙер иһә уның бер таныҡлыҡҡа күберәк буласаҡ - уҙған аҙнала курсты тамамаусылар иҫәбендә ул ашнаҡсы таныҡлығын алды.
Әммә бынан алда, уларҙың һәр ҡайһыһы имтихан тапшырҙы - әҙерләгән аш-һыуҙы күрһәтеп, уны яҡланы. Улар ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәгән: рулеттар, салаттар (етеп килгән Яңы йыл байрамына ҡарата), бутерброд, голубцы, ҡайнар аш, ләүәштәр. Кемдер рецепты Интернеттан, кемдер кулинар китаптан алған, эксперимент яһауҙан ҡурҡмаусылар ҙа булды. Афарин! Вера Щербакова кулинар һәләттәре менән барыһын да ғәжәпләндерҙе, ул Себерҙән апаһы ебәргән суртан балығынан үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләгән.
Преподаватель Фазыла Ғәсәнова, уҡыу үҙәге вәкиле Светлана Ғабсаттарова, Стәрлебаш халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ринат Дәминов, ошо бүлектең әйҙәүсе инспекторы И.Т.Ефремов тантаналы шарттарҙа ашнаҡсыларҙы уҡыуҙарын тамамлау менән ҡотланы.
Ашнаҡсылар курсын тамамлаусылар, үҙ сиратында, ярҙамдары өсөн уларға рәхмәт белдерҙе. Яңы һөнәргә аҙым яһалды! Яҡындарығыҙҙы һәм клиенттарығыҙҙы тәмле ризыҡтар менән ғәжәпләндерегеҙ, ашнаҡсылар!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: