14 декабрь - башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.
Стәрлебаш башланғыс мәктәбендә лә Башҡорт теле көнөнә арналған бик күп саралар үтте. Башланғыс класс уҡыусылары шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлы менән танышты, уның шиғырҙарын яратып уҡыны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, стенд әҙерләне. Мәктәптә үткәрелгән ошондай саралар башланғыс класс уҡыусыларының телмәр үҫешенә, халыҡ тарихын өйрәнеүгә, телде һаҡлап ҡалыуға ярҙам итә һәм туған телебеҙгә һөйөүен, ҡыҙыҡһыныуын арттырыр тип ышанғы килә.Альбина АБЛАЕВА,
Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фото автор тарафынан бирелде.