Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2019, 14:25

"Һөт кухняһы" буйынса

Иглин районында йәшәүселәр район үҙәгендә балалар өсөн "Һөт кухняһы"н асыуҙы һорап, республика башлығына мөрәжәғәт иткәйне.

Был мәсьәләгә БР Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев асыҡлыҡ индерҙе: киләсәктә һөт фабрикаһы-кухнялары республикабыҙҙың ҙур ҡалаларында асыу планлаштырыла.
Улар яҡын-тирәләге ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе бәләкәстәрҙе, шул иҫәптән Иглин районындағыларҙы ла һөт аҙыҡтары менән тәьмин итәсәк.
Ә әлегә, 2020 йылдың ғинуарынан, Иглин районына льготалы категорияға ҡараған өс йәшкә тиклемге балаларға һөт аҙыҡтарын Өфөнән бушлай ташыясаҡтар.
Мәғлүмәттәрҙе «Һөт кухняһы» сайтынан алырға мөмкин: http://milkrb.ru/ , шулай уҡ телефон буйынса ла: 8 (347) 218 16 35.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/t-kuhnya-i-buyinsa-34725/
Фото: Интернеттан.
Читайте нас: