Йәшермәйем, Мөрәжәғәтнамәлә спорт хаҡында аныҡ бурыстар хаҡында ишетергә теләгәйнем. Шулай ҙа, был Башҡортостанда спорт үҫешмәй тигәнде аңлатмай. Радий Фәрит улы, үҙе сәләмәт тормош яҡлы һәм спорт менән шөғөлләнеүсе кеше булараҡ, республиканың физик торошон хәстәрләй. Бик күп ерҙә физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, спорт залдары төҙөлә, Башҡортостан “Спорт көрәше – мәктәптәргә” федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу урыны итеп һайланған икән, тимәк спортҡа иғтибар юҡ, тип әйтеп булмай.
Мөрәжәғәтнамәлә әйтеп үтелгән “Сириус” базаһында асыласаҡ уҡыу учреждениеһы, демография мәсьәләләре, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы етди контролдә тотоу һәм башҡаһы – уйлап ҡараһаң, һәр мәсьәлә мөһим.