Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2019, 14:00

Ил ағаһы менән тулҡынландырғыс осрашыу

Р.Ғарипов исемендәге 1-cе Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова хәбәр итә:

- 5 декабрҙә билдәле «Урал» хәйриә фонды етәксеһе – исеме илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән осрашыу бәхете тейҙе.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының гимназия-интернатҡа күрһәткән ярҙамын баһалап бөткөһөҙ. 2005 йылда сафҡа индерелгән яңы уҡыу корпусы, реконструкцияланған өс ятаҡ, 2014 йылда төҙөлгән өр-яңы «Шоңҡар» спорт комплексы - былар барыһы ла тәүге президентыбыҙ ярҙамы менән эшләнгән.
Осрашыу бик йылы үтте. Уҡыу йортоноң 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы гимназия-интернат етәкселеге, педагогик коллектив, уҡыусылар исеменән директор вазифаһын башҡарыусы Илнур Рифат улы Сәлихов, профсоюз комитеты рәйесе Әминә Баймөхәмәтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова Мортаза Ғөбәйҙулла улына күп йылдар күрһәткән эскерһеҙ ярҙамы өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Унан һуң улар ил ағаһына ағастан юнып эшләнгән “Урал батыр” композицияһын бүләк итте. Эйе, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙы тап Урал батыр образы менән сағыштырыу бик урынлы булыр: ҡатмарлы осорҙа ҡурҡмайынса етәксе дилбегәһен үҙ ҡулына алып, Йәншишмәнең тере һыуын башҡорт еренә һибеп, республикабыҙға йән өргән шәхес бит ул.
Мортаза Ғөбәйҙулла иһә йәш быуын, туған телебеҙ, гимназия-интернаттың бөгөнгөһө, киләсәге менән ҡыҙыҡһынды, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе. Ҙур коллективҡа ялҡынлы сәләмен ебәрҙе, Тыуған илебеҙгә һәм халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә саҡырҙы.
Фото: БРГИ сайтынан
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Il-a-a-i-men-n-tul-inlandir-is-osrashiu-31677/
Читайте нас: