Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:35

Ике әбей байрам иткән...

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында булған был хәл. Ике пенсионер байрам иткән, улар рәхәтләнеп хәбәр сурытҡансы, төн еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.

Ярайһы уҡ һуң булыуға ҡарамаҫтан, йорт хужабикәһе әхирәтен оҙатырға сыҡҡан. Гәпләшә-гәпләшә китеп барһалар, кинәт әллә ҡайҙан бер ир пәйҙә булған да, йүгереп килеп пенсионер ҡулындағы сумканы тартып алып ҡасҡан. Хәл күҙ асып йомғансы булған, оло кешеләр ирҙе күреп тә өлгөрмәгән. Әммә бер әбей ҡыҙына шылтыратырға көс тапҡан. Ул үҙ сиратында полицияға хәбәр иткән.
Хәйер, был ваҡиғаны бер кеше балкондан күреп торған. Ике әбейҙе әрһеҙ талаусы албырғатып киткәнен күреү менән ул да шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратҡан, уның мәғлүмәте талаусы ҡорбандарының мөрәжәғәтенән алдараҡ теркәлгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсене тотҡан. Ул быға тиклем хөкөм ителгән 25 йәшлек Мишкә районы кешеһе булып сыҡҡан. Әйткәндәй, талаусының табышы ни бары 550 һум аҡса һәм ирен буяғысы булғанлығы асыҡланған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ike-bey-bayram-itk-n-31084/
Читайте нас: