Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:45

Баламды иремә ҡалдырҙым...

...Тик минең был ҡылығымды бер кем дә аңламай. Имеш, мин – кәкүк-әсәй. Ә атаһының да әсәй кеүек үк хоҡуҡта икәнен бер кем дә аңларға теләмәй...

Радмир менән йәшләй өйләнештек беҙ. Ул саҡ армиянан ҡайтты, мин мәктәпте тамамлап, техникумдың беренсе курсында уҡый инем. Иҫ китерлек мөхәббәт тә булмағандыр арала. Минең тиҙерәк өлкән булғы, ата-әсәйемдән китеп үҙаллы йәшәгем килә ине. Улар ҡаты кешеләр, дуҫтарым менә аралаштырманы, егеттәр тураһында бөтөнләй һүҙ ҙә юҡ ине. Шуға бәлиғ булыу менән тәүге осратҡан егет ­- Радмир шәп кеүек тойолдо. Йәшлегем менәнме, уның холҡоноң кире яҡтарын күрмәгәнмен. Юҡ, эсеп, һуғышып йөрөмәне. Ни бары тиран ине. Мине һәр ваҡыт баҫты, әхлаҡи яҡтан кәмһетте. Үҙе ныҡ итеп көнләште, уҡып бөткәнсе күпме нервымды ашаны. Ә диплом алғас, өйгә бикләне.
- Эшкә йөрөмә, үҙем аҡса табам, - тине.
Эйе, аҡсаһы яғынан һүҙ ҙә юҡ, эшләй белә ине. Фатирыбыҙ, машинабыҙ булды, ас ултырманыҡ. Тик мине әллә ни шаштырманы ла.
- Өйҙә ултырғас, матур кейем нимәгә һиңә, ашарыңа бар, шул еткән, - тине.
Дүрт йыл йәшәп, инде унан ялҡып айырылам тип йөрөгәндә, ауырға ҡалғанымды белеп ҡалдым. Сабыйҙы үлтереү тураһында һүҙ ҙә булманы, табырға ҡарар иттем. Эшһеҙ, торлаҡһыҙ бәпес менән ҡайҙа китәм тип, тағы ҡалдым. Бәлки, бала тыуһа, холҡо яҡшырыр тип тә өмөтләнгәйнем.
Булмағас, булмай шул. Үҙгәрмәне Радмир. Шулай уҡ мине баҫыуын, кәмһетеүен дауам итте. Һүҙ ҙә юҡ, атай булараҡ яҡшы ине ул. Ҡыҙыбыҙ тип үлә яҙып торҙо. Эштән ҡайта ла, уйнай, йыуындыра, ашата. Икәүһе генә булғанда, минең кәрәгем дә юҡ кеүек ине.
Миләш тыуғас, түҙемлегем тағы биш йылға етте. Тик Радмирҙың холҡо ауырайғандан-ауырайҙы. Ҡыҙып китеп һуҡҡан саҡтары ла була башланы. Быныһын түҙер әмәлем ҡалмағас, айырылышам, тинем. Иҫе лә китмәне, “ана бара юлың, тик баланы миңә ҡалдыраһың” тине.
Мин дә кеше, үҙем тапҡан баланы ҡалдырып китеүе еңел булманы. Әммә иремде түҙер әмәлем дә ҡалманы. Шул тиклем үҙәгемә үтте. Ә миңә бит ни бары утыҙ тулып килә. Барыһын да яңынан башлар мөмкинлек тыуа. Хәҙер аҡылым да, тәжрибәм дә бар. Яҡшы кешегә сығырмын, тағы балалар табырмын тип хыялланам.
Айырылыштыҡ. Миләүшә атаһы менән ҡалды. Мин уның менән ҡасан теләйем, шунда осраша алам. Ирем ҡаршы түгел. Радмир эштә саҡта уны ҡәйнәм ҡарай, кисен атаһы менән. Ә мин, ниһайәт, эшкә сыҡтым, үҙемә иғтибар итә, рәхәтләнеп иректә йәшәй башланым. Баламды һағынам, әлбиттә. Тик әле уға атаһы менән яҡшыраҡ икәнлеген аңлайым. Мин уға бер нимә лә бирә алмайым шул.
Тормошомдо урынына ултыртып, аяҡҡа баҫҡас, Миләште кире үҙемә алырмын тип йәшәйем. Ә әлеге тирә-яҡтағы кешеләрҙән тик әрләү һүҙҙәре генә ишетәм. Хәлемде белмәй үҙәгемде өҙәләр...
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды). https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balamdi-irem--aldir-im-31118/
Читайте нас: