Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 09:25

АК-47 автоматын уйлап табыусы конструктор - Башҡортостандан

Ә һеҙ легендар автоматты Калашниковтың яңғыҙы ғына уйлап тапмағанлығын беләһегеҙме?

Әйткәндәй, Михаил Тимофеевич бер ваҡытта ла үҙенең авторҙашын йәшермәгән. Ул - сығышы менән Туймазы районынан булған Евгений Кравченко.
Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Калашниковты тотҡон немец уйлап табыусыһы йыйған, ысынында, был ҡорал немец автоматының күсермәһе, тигән имеш-мимеш таралды.
Калашников һәм Кравченко 1941 йылда Ҡаҙағстанда бергә эшләй. Констуктор - уйлап табыусы булараҡ, уларҙы һуғышҡа ебәрмәйҙәр. Михаил иптәшенә көслө, төҙ атыусы, еңел ауырлыҡтағы пистолет-автомат уйлап табыу хаҡында хыялы менән уртаҡлаша. Алтын ҡуллы конструкторҙар тиҙҙән уны тормошҡа ашыра ла инде, тик Евгений үҙен автор итеп күрһәтеүҙән ҡырҡа баш тарта. Калашниковтың бик ныҡ өгөтләүенә ҡарамаҫтан, Кравченко мылтыҡ конструкторҙары төркөмөнә инергә лә теләмәй, бер тапҡыр интервью ла бирмәй.
Ә Михаил Тимофеевич, дуҫы үлгәс, уның ҡатынын һәм ғаиләһен бер ҡасан да матди ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Ужановтың “Михаил Калашников” китабында ла Кравченко тураһында мәғлүмәт бар.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/AK-47-avtomatin-uylap-tabiusi-konstruktor-Bash-ortostandan-32233/
Фото:artfile.me
Читайте нас: