Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 14:35

Тормош барыһын да шаңдау итеп һиңә кире ҡайтара...

Аталы-уллы икәү урман-тауҙар аша үтеп барған. Бер саҡ малай ташҡа эләккән дә, ныҡ ҡына итеп ҡысҡырып ебәргән.

– Әләә-ү!
– Ләәәүүүү... – уның артынса уҡ шундай тауыш ишетелгән.
Малай аптыраған да:
– Кем бында? – тип һөрәнләгән. Артынса:
– Кем бында-аа? – тигән яуап ишеткән.
Бала был яуап менән ҡәнәғәт булмайынса:
– Ҡурҡаҡ! – тип ҡысҡырған.
– Ҡурҡаҡ, ҡаҡ, ҡаҡ!.. – тип яуаплағас билдәһеҙ күренмәгән кеше, малай атаһына баҡҡан:
– Атай, был нимә?
Атаһы иһә:
– Улым, һин – иң шәбе! – тип ҡысҡырған һәм алыҫтан шундай уҡ яуап килгән.
Күҙҙәре ҙурайып киткән балаһына ир шулай тип аңлатҡан:
– Кешеләр быны шаңдау тип атай. Ул кешегә нимә эшләй, ни һөйләй, шуны ҡайтара. Яҡшы нәмә ишеткең килһә, тирә-яғыңа ла яҡшылыҡ эшлә, кешегә йылмай, ул да, шаңдау кеүек, һине ҡабатлар...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/litra/tormosh-bary-yn-da-sha-dau-itep-i-kire-aytara-/
Читайте нас: