Беренсе турҙа һәр конкурсант эпик әҫәр (“Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һ.б.) йәки уның тарихын һөйләп йыр башҡара. Икенсе турҙа әйтеш рәүешендә башҡорт халыҡ йырын башҡарырға кәрәк буласаҡ.
"14 декабрҙә Башҡортостан Милли музейында, әлеге сараның дауамы булараҡ, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын үҫтереү маҡсатында “Оҙон көй һәм йырауҙар” төбәк-ара форумы ойоштороласаҡ. Уның модераторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов. Шулай уҡ форумда билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар ҡатнашасаҡ, “Оҙон көй һәм йырауҙар” китабының исем туйы үтәсәк", – тип һөйләй Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.