Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 14:50

Шәлдең ниндәйе генә юҡ!

Күргәҙмәлә мамыҡ шәлдәр ҙә ҙур урын биләй.

Был тәбиғи, сөнки борон-борондан шәл бәйләү халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған.
Баймаҡ, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Стәрлебаш, Федоровка, Хәйбулла ... ҡайһы райондан ғына килтермәгәндәр ҙә, ниндәй генәһе юҡ!
—Шәл бәйләргә әсәйемдән өйрәндем. Уға әле 92 йәш. Әле булһа бәйләй ул. Бындай күргәҙмәләрҙә гел генә ҡатнашырға тырышабыҙ. Гран-при алған саҡтарыбыҙ булды, 2016 — 2018 йылдарҙа лауреат булдыҡ. Бындай саралар бик оҡшай. Матур-матур ҡул эштәрен күрәһең. Файҙаһы ла юҡ түгел, килем дә алабыҙ. Әле лә шәлдәребеҙҙе һатып алып торалар, —ти Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гәүһәр Рәхмәтова, күргәҙмә хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашып.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sh-lde-nind-ye-gen-yu-30660/
Фото: Автор фотоһы.
Читайте нас: