Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 14:45

Ә һүрәттәре, ысынлап та, иҫ киткес матур!

Өфөләге халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә, ысынлап та, бик үҙенсәлекле, башҡа бер ерҙә лә осратып булмаған эштәрҙе күрергә мөмкин.

Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһынан Рафаэль Зиннур улы Насиров ағасҡа төшөрөлгән бик матур һүрәттәрен алып килгән. Үҙенең шөғөлөн “контурная резьба по дереву” тип аңлатты. “40 йыл шөғөлләнәм, әммә һуңғы дүрт йылда ныҡлап тотондом. Ә ҡыҙыҡһыныуым Великий Устюг ҡалаһында эшләгәндә барлыҡҡа килде. Унда халыҡ ижады шул тиклем ныҡ үҫешкән, хатта ҡалала кеше йөрөгән һуҡмаҡтар ҙа ағастан эшләнгән”, — ти ул эштәре менән таныштырып. Улар араһында бынан 40 йыл элек төшөрөлгәндәре лә бар, әле яңы ғыналары ла. Оҫта әйтеүенсә, 40 йыл элек был шөғөл менән мауыға башлаһа ла, ныҡлап бирелеп эшләүе һуңғы дүрт йылға тура килә. Ә һүрәттәре һоҡланғыс!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/r-tt-re-isinlap-ta-i-kitkes-matur-30820/
Фото:Автор фотоһы.
Читайте нас: