Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 11:25

17 генә йәштә...

Өфөлә автобуста 17 йәшлек ҡыҙ 32 йәшлек ҡатындың “iPhone”ын ҡулынан тартып алған да, транспорт туҡтағас, сығып ҡасҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл кеше иҫәбенә байырға теләгәндәр артҡандан-арта. Был осраҡта мәктәптә уҡыған ҡыҙ баланың кеше әйберен тартып алып ҡасыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
“Уңайлы ваҡытты файҙаланып, ҡыҙ автобустан сығып ҡасҡан, уның артынан ҡатындың ире йүгергән. Артынан кемдеңдер килгәнен күргәс, ҡыҙ телефонды ташлап ҡасҡан. Тик ир барыбер бурҙы баҫтырып тотҡан һәм полицияның патруль-пост хеҙмәтенә тапшырған”, – тип хәбәр иткәндәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәктәптә уҡып йөрөгән баланы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеккә иҫәпкә ҡуйғандар һәм уға ҡарата “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше асҡандар.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/17-gen-y-sht-30831/
Читайте нас: