2016 йылдан алып йәмәғәт ойошмаһы мәғариф министрлығы менән берлектә башҡорт телен, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарып килә. Байрам шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө уңайынан үтә. Ҡоролтай ағзалары фекеренсә, башҡорт теле көнөн рәсми билдәләү уны уҡытыуҙы тәьмин итеү, ижтимағи тормоштоң төрлө даирәләрендә ҡулланыу туған телдең абруйын күтәрергә һәм төбәк үҙенсәлеген һаҡларға мөмкинлек бирер.