Нәсихә әбейҙең дә холҡон яҡшы беләм. Бер ваҡытта ла кешенең матур сифатын күрмәҫ. Күрше-тирәһе менән дә татыу йәшәмәй шикелле. Һөйләгән һайын уларҙы яманлай, әрепләшеп, аралары боҙолоп бөткән. Әбей бына ярты йыл самаһы өс туған апаһында йәшәй икән. Белеүемсә, үҙе туғыҙ бала үҫтергән. Бөтәһе лә төрлө яҡҡа таралышып бөткән, кинйәләре ауылда ҡалғас, бергә йәшәйҙәр. Улы, килене менән булған мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындырмаһа ла, ул эсендә йыйылғанын үҙенән-үҙе теҙҙе.
"Бисәһенең һүҙенә төштө, - тип һүҙен дауам итте әбей. - Бер көн кемдәрҙәндер һуҡмыш килеш ҡайтты ла, ниңә беҙҙең һөйләп йөрөйһөң, тип йоҙроғо менән йоғоноп килә. Һуғып осора икән тип ҡотом осто. Бар, сығып кит, бүтән балаларың менән йәшә, тип ҡулымдан етәкләп урамға сығарып ебәрҙе. Әйберҙәремде ихатаға сығарып бырағытты. Йә, ошо балам иң яратҡаным булды бит. Бүтәндәре үҫкәндә етешһеҙлек заманы ине. Был иң бәләкәйе булғас, тәтәй кеүек кейендерҙек. Әҙәмдән оят, үҙең һалған өйҙән артыңа тибелеп сыҡ инде".
Бер сама һөйләгәс, әбей туҡтаны. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Унан күҙҙәре аларған әбей тағы һүҙен дауам итте.
– Үҙ улым булһа ла, бәхиллегем юҡ. Эт күрмәгәнде күрһен! Ҡулдары тартышһын! - Уның был һүҙҙәрен ишетеү шул тиклем имәнес ине.
– Ҡуй, әбей, үҙ балаңа улай тип әйтмә. Улығыҙ бына тигән! Алтын ҡуллы. Ҙур итеп яңы өй һалған. Әле генә һоҡланып ҡарап торҙом. Шундай ҙур, матур!
Улын маҡтағанға әбейҙең һарыуы тағы ла нығыраҡ ҡайнаны.
– Шул әҙәм аҡтығың маҡтайһыңмы! Ул үҙенең хеҙмәте тиһеңме! Атаһы мәрхүм менән беҙҙең пенсия вис шул өйгә кереп китте. Һалған өйөнөң игелеген күрмәһен. Үҙең генә шундай һарай кеүек һалырһың хәҙерге заманда!
– Улай тимә әле! - Һүҙгә әбейҙең өс туған апаһы ҡушылды. - Нимә генә тимә, үҙ балаң, үҙ бауырың. Уйлап һөйләһәңсе.
Нәсихә әбей уның һайын ярһыны. Был осраҡта уға башҡа төрлө һүҙ әйтеү файҙаһыҙ ине. Ул йәнә асыуын сығарҙы:
– Үҙен кисә йылға буйына барып, сәсемде тарап ҡарғаным. Бер генә лә бәхиллегем юҡ...
Был өйҙә башҡаса ултырыу мөмкин түгел ине. Тиҙерәк хушлашып, сығып киттем. Әбейҙең һүҙҙәре мейенән сыҡманы. Уны әсәйем менән сағыштырҙым. Электән яҡшы белгәс, килене, улы менән мөнәсәбәттәре киҫкенләшеүендә үҙенең дә ғәйебе булыуына шик юҡ ине. Улыңдың ғаиләһен һәр ваҡыт кемгәлер һөйләп йөрөү бер ҙә һәйбәт күренеш түгел. Улын да аҡлап булмай. Урам буйында теләһә кемдән хәбәр тыңлау ир-егетлек эшеме ни! Ауылда иһә берҙе бишкә түкмәстереп һөйләргә әҙер торған, шунан кинәнес алған ара бутаусылар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул.
Унан һуң бер нисә йыл үтте. Бер көндө ауылдан:
– Нәсихә әбейҙең улы менән килене Өфөгә килгәндә аварияға осраған, икеһе лә үлгән, - тигән ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр.
– Балалары булмағанмы?
– Юҡ.
Ул көн ҡулыма эш барманы. Ниндәй ҙур ҡайғы! Уйламағанда береһенән-береһе бәләкәй өс бала етем ҡалды. Хәҙер уларҙы кем ҡарар? Улы менән килененә әсәһенең рәйнеше төштөмө икән тип? Бер нисә ай элек ҡайтҡанда ғына яңы өйҙәрен туйлағандар ине.
Их, ниндәй ауыр саҡтарҙа ла бер-береңде аңлап, яңылыш һүҙ әйтеүҙән тыйылып йәшәһәк ине.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-ene-r-yneshe-t-sht-m-ik-n-26088/