Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 23:30

Юлға сыҡҡан ат дүрт кешене йәрәхәтләгән

Юл-транспорт ваҡиғаһы Белорет районында төндә теркәлгән.

Сермән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль трассаһында водитель боролоштан һуң торған йылҡы малын күрмәгән. Атты төкөткәндән һуң машина ағасҡа бәрелгән. Аварияла автомобилдәге өс пассажир һәм водитель йәрәхәтләнгән. Ат та ваҡиға урынында йән биргән.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: