Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 13:15

Яңы йыл табынына был ризыҡтарҙы ҡуймағыҙ...

Беҙҙең халыҡ һәр байрамды һыйҙан һығылып торған өҫтәл әҙерләп билдәләргә күнеккән. Бына шулай йәшәйбеҙ. Тиҙҙән тағы ҙу-уур байрам! Ә белгестәр яңы йыл ҡаршылау табынына әҙерләргә ярамай торған ризыҡ исемлеген төҙөп тә ҡуйған.

Оливье. Колбасалы, тоҙло ҡыярлы, картуфлы, майонезлы... Бик туҡлыҡлы салат. Гастроэнтерологтар иһә, башҡа аҙыҡ та күп, етмәһә алкоголь менән, был салатты ашау хәүефле, ти. Йәнәһе, артыҡ ашаһаҡ, гастритыбыҙ, панкреатитыбыҙ, үт ҡыуығы “ҡуҙғаласаҡ”.

Тоҙло ризыҡты табынға әҙ генә ҡуйыу хәйерлерәк, тип тә кәңәш бирәләр. Шул уҡ оливьены үҙгәртеңкерәп тә яһарға була: колбаса урынына – бешкән ит һалып, тоҙло ҡыярҙы ябай ҡыяр менән алмаштырырға ла, майонез урынына ҡаймаҡ менән бутарға.

Тун аҫтында сельдь. Бер яҡтан был ризыҡ еңел үҙләштерелгән аҡһым һәм омега-3 май кислоталарынан тора. Тик унда майонез, картуф, йомортҡа бар. Бергә улар эшкәртеүгә ауырлыҡ тыуҙырыусан. Шуға ла һығылып торған табынға был салатты ҡуймау хәйерле.

Холодец та яңы йыл табынын, йәғни, ҙур байрамдарҙы биҙәй торған ризыҡ түгел икән. Французса ит әҙерләү, ит янына картуф ҡуйыуҙан да тыйылып тороғоҙ, ти диетологтар. Аһ-аһ, бөтөнләй ас ҡалабыҙ бит атыу.

Өҫтәүенә, яңы ғына һығылған һут эсергә лә ярамай. Һыу эсһәгеҙ, еткән. Торттан баш тартып, мандарин ашағыҙ, ти тә кәңәш бирәләр. Виноград та эсегеҙҙе күптерәсәк.

Бына шулай. Яңы йыл табынында эс ауыртмаһын, тип нимә ашарға ла белмәй ултырырмы икән халыҡ? Ә беҙҙә йола икенсе: ғарҡ булғансы ашарға, 8 ғинуар тирәһендә айнырға, тағы Иҫкесә яңы йылды ҡаршыларға...

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-yil-tabinina-bil-rizi-tar-i-uyma-i-24140/

Читайте нас: