Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Декабрь 2019, 13:15

Южноуральск-Магнитогорск трассаһында өс яҡташыбыҙ һәләк булған

1 декабрҙә Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында теркәлгән юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың өсәүһе – Башҡортостандың Сибай ҡалаһынан.

Өлкәнең Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында «Хендай» һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. Ике водитель һәм илебеҙ автомобиленең ике пассажиры урында һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханала. Шаһиттар әйтеүенсә, «Лада» водителе пассажирҙарҙы, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙҙы BlaBlaCar сервисы аша тапҡан.

Сибай мэры Рөстәм Афзалов һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Силәбенән Сибайға ҡайтырға тип заказ бирелгән булған, тип билдәләне чиновник.

«Мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен ерләү урынына алып ҡайтыу һәм ерләүҙе ойоштороу буйынса барлыҡ сығымдарҙы хакимиәт үҙ өҫтөнә ала, — тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә Рөстәм Афзалов. – Магнитогорск дауаханаһында ятҡан пассажирҙарға ла тейешле ярҙам күрһәтербеҙ».

Зыян күргәндәрҙең хәле ауыр тип баһалана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙар буйынса тикшереү ойошторорға ҡушты.

"Башинформ".
Читайте нас: