Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2019, 22:30

Биш уҡыусыны бәрҙергән...

29 ноябрҙә киске сәғәт 20.00 тирәһендә Нефтекама биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Дәүләт автоинспекцияһының төбәк матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Энергетик ҡасабаһы урамдарының береһендә "Kia Ceed" автомобиле юл ситенән ыңғайға китеп барған бер түгел, биш бәлиғ булмаған ҡыҙҙы бәрҙерә. Һөҙөмтәлә 16-шар йәшлек өс үҫмерҙе дауаханаға оҙаталар.

Рулдә 56 йәшлек ошо ауыл кешеһе булып сыға. Водителдең һүҙҙәренсә, ул машинаға идараны юғалта, шул сәбәпле бәхетһеҙлек килеп тыуа. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлде тикшерә.

Фото ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: