Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2019, 12:15

Сысҡандар йорттарға күсә

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре сысҡан һәм башҡа кимереүселәрҙең торлаҡ йорттарға һәм келәттәргә ҡарай “миграцияһы” башланыуы тураһында иҫкәртә.

– Көҙгө мониторинг һөҙөм­тәләре буйынса, тикшерелгән 71 мең гектар майҙандың 44 мең гектарында сысҡан оялары табылған. Ужым культура­ла­рының бер гектарында 48 оя иҫәпләгәндәр, яландарҙа 90 оя асыҡланған. Сысҡандарҙың иң күбе Өфө районында теркәлгән, – тип хәбәр итә үҫем­лектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡова.

Белгестәр сысҡандарға ҡаршы “Бактороденцид” тип аталған дарыуҙы ҡулланырға кәңәш итә.

Вирус, нигеҙҙә, кимереү­селәр­ҙең кибеп, саң менән һауаға та­ралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Шуға күрә подвалда, гаражда, башҡа йорт ҡаралтыларында эшләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.

Ауырыуҙың төп билдәләре: тән температураһының күтәре­леүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноуы, йүткереү, тамаҡ ше­шеү, күҙҙең күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Ваҡытында дауалан­ма­һаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бө­йөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөр­ҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙең тәүге бил­дәләрен тойғас та дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.

Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була.
l Кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;

l сысҡан йөрөгән бинала, бесән йәки башҡа төр саңлы эш баш­ҡарғанда мотлаҡ респиратор (битлек), күҙлек һәм бирсәткә кейегеҙ;

l эш ваҡытында тартмағыҙ, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереүегеҙ бар;

l үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;

l ҡулдарығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ;

l аҙыҡ-түлекте ябыла торған һауыттарҙа һаҡлағыҙ, сысҡан аша­ған ризыҡты термик эшкәртеү үткәрмәйенсә ҡулланмағыҙ;

l ауырыуҙың тәүге бил­дә­ләрен тойғас та, врачҡа күре­негеҙ. Үҙ ваҡытында дауаханаға барма­һағыҙ, сирҙең аҙыуы, һө­ҙөмтәлә хатта үлемгә килтереүе ихтимал.
Читайте нас: