Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 10:50

Кәнфит тип балаларға наркотик тәҡдим итәләр

Һуңғы ваҡытта "Кәнфит ал!" - тип яҙылған һәм тәмлекәстәр йәбештерелгән иғландар йышайҙы.

Был кәнфиттәргә күптәр шикләнеп ҡарай, сөнки тәмлекәстә наркотик матдә булыуы ихтимал, ти белгестәр. Ә педагогтар ата-әсәләргә былай тип мөрәжәғәт итә:

“Балаларға бындай кәнфиттәрҙән йыраҡ торорға өйрәтегеҙ. Ысынында иһә әлеге кәнфиттәр снюс тигән наркотик ҡулланып яһалған була. Шулай уҡ порошок формаһында ла осрай. Ғәҙәттә уларҙы мәктәп тирәһендә һағыҙ, һурғыс кәнфит тигән йәшерен исем аҫтында тараталар. Емеш-еләк тәме килеп торған кәнфиттә никотин күп, ул хатта оло кеше өсөн дә ҡурҡыныс. Бала был төр наркотикка тиҙ өйрәнә”.

Закон буйынса был матдә тыйылмаған, шуға күрә хоҡуҡ һаҡлаусыларға снюс етештереүселәрҙе яуапҡа тарттырыуы еңел түгел, баҡһаң.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-nfit-tip-balalar-a-narkotik-t-dim-it-l-r-20523/

Читайте нас: