Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 12:40

Аҡсаһын бурға үҙе тотторған

Өфөлә бер ир үҙенең алабарманлығы арҡаһында хәләл аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ҡайҙа бит әле – банктың үҙендә! Көн һайын ошоға оҡшаш аяныслы миҫалдар теләһә кемгә ышанырға ярамағанлыҡты иҫбатлап тора, әммә алданыусылар кәмемәй.

Шулай итеп, 28 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул үҙен билдәһеҙ ҡатын алдауы, аҡсаһын урлап китеүе хаҡында һөйләгән.
Ир киске һигеҙ сәғәт тирәһендә банкка килгән, электрон иҫәбенә аҡса һалмаҡсы булған. Шул саҡ уның эргәһендә таныш булмаған ҡатын пәйҙә булған һәм уның картаһын үҙенең банк иҫәбенән мобиль ҡушымта аша тулыландырырға тәҡдим иткән. Алмашҡа уның ҡулаҡсаһын һораған.
Ирҙең башына бер шик тә инеп сыҡмаған: ул өс мең һумды ҡатынға тотторған һәм иҫәбенә аҡса күсәсәгенә ышанып, китеп тә барған. Әммә ҡатын вәғәҙәһен үтәргә йыйынмаған да: аҡсаны шәхси мәнфәғәтендә файҙаланған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала 35 йәшлек уғры ҡатынды тотҡан, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/A-sa-in-bur-a--e-tottor-an-20445/
Читайте нас: