Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2019, 16:40

«Трансформер» автомобилен отҡан бәхетле кеше Башҡортостандан

Нефтекама ҡалаһынан Дмитрий Нуриев YouTube каналындағы бер конкурста ҡатнашып, машина отҡан. Әгәр ҙә был уйында 80 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуын иҫәпкә алһаҡ, ул ниндәй бәхетле тип әйтергә ҡала.

Төп приз - Шевроле Камаро автомобиленең төҫө лә, билдәле «Трансформер»ҙыҡы кеүек, һары. Ә ошо каналдағы уйын шарттары ябай ғына икән. Каналға яҙылып, һөҙөмтә көтөргә. Еңеүсене осраҡлы һандар ярҙамында генератор асыҡлай. Һөҙөмтәлә, бәхет Дмитрийға йылмайған. Ул техниканы һынап та ҡараған. Барып алып, Нефтекамаға яңы автомобилдә ҡайтҡан.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас