Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2019, 16:40

Республиканың лайыҡлы граждандары барланды

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Республика намыҫы өсөн” конкурс-фестиваленең еңеүселәрен билдәләү тантанаһы үтте. Быйыл унда “Халыҡта танылған” өҫтәмә номинацияһы ла индерелде.

“Иң-иң”дәрҙе күрһәтеү муниципаль этаптан башланғайны. Төрлө тармаҡ эшсәндәре, хеҙмәткәрҙәре, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙе иң тәү рәткә ҡуйған етәкселәр, өлгөлө ғаиләләр, ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр – барыһы ла бар ине.

“Народное признание” (”Халыҡта танылған”) номинацияһы буйынса тауыш биреү “Ижтимағи электрон гәзит”тең сайтында ойошторолдо. 248 кешенән 12 номинация еңеүселәре һайлап алынды.

Бүләктәрҙе РФ Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған депутаттары, республика парламентарийҙары, БР Башлығы Хакимиәте вәкилдәре, министрлыҡтар етәкселәре, БР Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова тапшырҙы.

Түбәндә халыҡ тарафынан һайлап алынған еңеүселәрҙән бер төркөм:

“Дәүләт эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһы:

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Әбдрафиҡов

Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылы хакимиәте башлығы Миңшакир Шәретдинов.

”Фән һәм белем биреү”:

Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейына нигеҙ һалыусы һәм директоры Вячеслав Гәрәев.

”Журналист, яҙыусы, радиола алып барыусы”:

“Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов.

”Спорт:”

“Шотокан” үҫмерҙәр спорт мәктәбе педагогы Юрий Архипов

Гер спорты буйынса күп тапҡыр донъя һәм европа чемпионы Альберт Миңлебаев.

”Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, ауыл хужалығы һәм сауҙа”:

“Рәсәй” йәмғиәте директоры Фидарис Ғәрипов.

”Һаулыҡ һаҡлау”:

Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Маргарита Насибуллина.

”Мәҙәниәт һәм сәнғәт”:

Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Алевтина Бикбаева.

”Әүҙем ғаилә, күп балалы ғаилә”:

Борай районынан Усаевтар (“Иң яҡшы күп балалы ғаилә” конкурсы еңеүселәре)

Краснокама районынан Әхтәмовтар

Асҡын районынан Муллаәхмәтовтар.

”Эшҡыуар”:

Шишмә районынан башҡорт тоҡомло аттар аҫраусы фермер Дамир Иҙиәтуллин

”Хәрби көстәрҙә хеҙмәт итеү, МЧС, полиция”:

БР буйынса ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов.

”Батырлыҡ ҡылған кеше”:

Күгәрсен районынан 12 йәшлек Азамат Арапов. Ул өйрөлмәктә батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған.

Рәсәй Геройы, Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусыһы Владимир Алимов.

”Ижтимағи эшмәкәрлек, хәйриә”:

“Акрополь” йәғиәтенең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәйҙәр Ғайсин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был күп һанлы еңеүселәрҙең бер төркөмө генә.

Әйткәндәй, бүләкләү тантанаһын республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары, һәләтле балалар һәм йәштәр сығыштары ла биҙәне.

Фотола: Каринэ Хәбирова Азамат Араповты тәбрикләй.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublikani-layi-li-gragdandari-barlandi-20189/

Читайте нас: