Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2019, 14:20

900 мең һумын сит иҫәпкә һалып...

Нефтекаманан 27 йәшлек кеше тиҙ генә байырға уйлап, бурысҡа батҡан. Ул интернетта криптовалюта-биткоиндар һатып алып аҡса эшләү тураһындағы видео менән таныша һәм тәүәккәлләй.

“Эш биреүселәр” уның менән шунда уҡ бәйләнешкә сыға һәм 700 мең һум аҡса күсереүен һорай.

Егет уны-быны уйлап тормай, тиҙ генә банкҡа барып кредит килешеүе төҙөй. Аҡсаны ҡулына алғас, әйтелгән иҫәпкә күсерә. Бер аҙ ваҡыттан һуң таныш булмаған интернет "дуҫтары" тағы ла 196 мең һум өҫтәргә ҡуша. Тиҙ генә байырға уйлаған егет, ҡулаҡсаһы бөткәнлектән, кредит картаһынан аҡса ала һәм тегеләрҙең иҫәбенә күсерә.

"Эш биреүселәр" өсөнсө тапҡыр аҡса таптырғас, егет был схеманан баш тарта һәм күсергән аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Ә теге остағылар: “Бының өсөн тағы 300 мең һум ебәрергә кәрәк, кире осраҡта аҡсаң яна”, – тип яуап бирә. Егет тик шунда ғына алданғанын аңлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Әле был эш менән Эске эштәр министрлығы шөғөлләнә. Ошондай ваҡиғалар тураһында күпме яҙыла, ишетелә, әммә һаман еңел байығырға уйлап, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/900-me--umin-sit-i-pk--alip-19744/
Читайте нас: