Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 15:05

Юлдарҙы туңдырҙы, һаҡ булығыҙ!

Әле иң хәүефле осор, сөнки көндәр йылы торҙо-торҙо ла ҡапыл туңдырҙы. Юлдар тайғаҡ, водителдәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә бик һаҡ булырға кәрәк. Сөнки тайып ҡолап имгәнеү хәүефе көслө. Ҡолаған кеше, ғәҙәттә, тиҙ генә тороп китеү яғын ҡарай. Әммә ҡабаланырға ярамай. Иң тәүҙә аяҡ-ҡулдарҙы ҡыбырлатып ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә улар ауыртмай икән, торорға була. Ә инде ауыртҡан һымаҡ булһа, нилектән икәнлеген асыҡларға тырышығыҙ. Һөйәгегеҙ сатнап йә һынып ҡуймаһын.

Һынған һөйәк тиҙ генә йүнәлмәй
Статистика буйынса, тайғаҡ ваҡытта айырыуса яурын менән ҡул суғы һөйәгенең һыныу осрағы күпкә арта. Был – тәбиғи хәл, сөнки кеше ҡола­ғанда, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулына таяна. Һәм көс гел бер үк урынға – ҡушҡар һөйәге тәңгәленә тура килә. Ҡул һыныуға хас билдәләр: йәрәхәтләнгән урын шешеп сыға, көслө ауыртыу ҡулды ҡыбырлатырға ирек бирмәй. Бындай осраҡта иң мөһиме – юғалып ҡалмау.

Нимә эшләргә?
- Һынған һөйәк тирене тишеп, күренеп торһа, уны һис кенә лә урынына ултыртырға маташмағыҙ. Иң тәүҙә яраның ситтәрен инфекцияға ҡаршы берәй нәмә менән эшкәртеп, өҫтөнә марля ябып, пластырь менән нығытығыҙ.
- Ҡул һынған ваҡытта иң беренсе сиратта уға тыныслыҡ кәрәк. Бының өсөн уны терһәктән бөгөп, устарын кәүҙәгә ҡаратып нығытып ҡуйырға кәңәш ителә. Бының өсөн бәләкәй генә таҡта киҫәге йә ҡатырғаны фай­ҙаланырға мөмкин. Уны ҡулдың эске һәм тышҡы яғынан ҡулдан терһәккә тиклем ҡуйып, таҫтамал йә бинт менән уратып бәйләп ҡуйырға.
- Тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булмағанда, һынған урынға боҙ киҫәге йәки полиэтилен тоҡсайға ҡар һалып ҡуйырға онот­мағыҙ. Ул бер ни тиклем ауыртыуҙы баҫасаҡ һәм шешеүен кәметәсәк.
- Зыян күргән кешегә шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыусы дарыу бирегеҙ. Ҡул аҫтында бер нәмә лә булмағанда, 100 – 200 мл араҡы эсерергә ярай.
- Ҡайһы бер осраҡта һынған урынды рентген аша ғына күреп була. Шуға күрә ҡолап, ҡулығыҙҙы ауырт­тырған осраҡта табипҡа күренеү мот­лаҡ. Үҙаллы дауаланыу насар эҙем­тәләргә килтереүе ихтимал.

Тарамыштар тартылғанда
Тайғаҡ урында ҡолағанда тарамыштар тартылыуы, хатта өҙөлөүе лә ихтимал. Бындай осраҡта йышыраҡ ҡуш­ҡар, тубыҡ, сираҡ, үксә тарамыштары зыян күрә. Ҡолаған ваҡытта ҡулға таянһаң, ғәҙәттә, ҡушҡар быуы­нындағы тарамыштар тартыла. Көслө ауыртыу һәм шул урындың шешеп сығыуы бармаҡтарҙың хәрәкәтләнеүен тотҡарлай. Ә сираҡтағы тарамыш­тарҙың зыян күреүен тубыҡ быуынының шешеп, күгәреп сығыуынан һәм көслө ауыртыуҙан аяҡҡа баҫыуҙың ауырлашыуынан аңларға була.
Нимә эшләргә?
- Тубыҡ һәм сираҡ менән үксә быуыны тарамыштары зыян күргәндә, аяҡҡа тыныслыҡ кәрәк. Бының өсөн йәрәхәтләнгән кешенең аяҡ табандарын өҫкә күтәреп һалырға йә ултыртырға.
- Ауыртҡан урынға, таҫтамалға урап, боҙ баҫырға. 10 – 15 минут һайын 15 минутлыҡ тәнәфес яһарға онотмағыҙ. Боҙ урынына ауыртҡан урынды һалҡын һыу аҫтында тотоп алырға ла мөмкин.
- Ауыртыу баҫылғас, ипләп кенә аяғығыҙға баҫып ҡарағыҙ. Әгәр ҙә көс төшкәндә, ауыртыу ҡабатланһа, тағы бер нисә көн уны борсомай тороғоҙ.
- Тарамыштарҙы дауалағанда төр­лө крем һәм май ҡулланырға була. Улар ауыртыуҙы, елһенеүҙе баҫа, ше­шен кәметә, зыян күргән туҡымаларҙа ҡан әйләнешен яҡшырта.
Йәрәхәтләнеүҙең өсөнсө, дүртенсе көнөнә еңелсә массаж эшләргә рөхсәт ителә. Артабан иһә йәрәхәтләнгән быуынды тегеләй-былай борғолап, гим­нас­тика яһарға. Ғәҙәттә, ауырыу­ҙың хәле аҙна-ун көндә яҡшыра. Ауыртыу баҫылғас, ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға мөмкин. Әммә ҡабаттан йәрәхәт­ләнеүҙән һаҡланығыҙ, сөнки бер ауыртҡан урын ҡабат зыян күрһә, тиҙ генә уңалмаясаҡ.
Әгәр ҙә өс тәүлектән һуң да аяҡҡа баҫа алмайһығыҙ икән, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. Йәрәхәттең һеҙ уйлағандан күпкә етдиерәк булыуы ихтимал.

Имгәнеү ҙә хәүефле
Имгәнгәндә күберәк йомшаҡ туҡы­малар, ҡан тамырҙары һәм нервы бөтөмдәре зыян күрә. Һөҙөмтәлә шул урында гематома барлыҡҡа килә. Уның ҙурлығы зыян күргән урындың анатомик үҙенсәлектәренә һәм тамырға бәйле. Йомшағыраҡ урында шеш тә ҙурыраҡ була. Өҫтәүенә, зыян күргән урын ҡыҙғылт-күкһел төҫкә инә. Шеш бөтә барған һайын, уның төҫө лә үҙгәрә.
Нимә эшләргә?
- Иң беренсе сиратта шуны оно­торға ярамай: ҡолаған ваҡытта тире аҫтындағы туҡымалар ғына түгел, эске органдар ҙа зыян күреүе ихтимал. Был йәһәттән баш һәм эстең имгәнеүе айырыуса хәүефле. Шуға күрә баш әйләнһә, күңел болғанһа, эс ауыртһа, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Ҡан һауыуын һәм шешеүен кә­метеү өсөн имгәнгән урынға һалҡын әйбер ҡуйырға кәңәш ителә.
- Һыҙырылған, ҡанаған урын булһа, дезинфекциялап, өҫтөнә бактерицид пластырь йәбештерергә.
- Янбаш менән сирағығыҙы ауырт­тырһағыҙ, ауыртҡан урынды ныҡ итеп бәйләп ҡуйырға һәм йоҡлаған ваҡытта аяҡты өҫкә ҡуйып ятырға кәңәш ителә.
Бер-ике көн үтеүгә һалҡын менән дауалау урынына йылы компрестарға күсергә ярай. Шешеүен һәм күгәреүен кәметеү өсөн картуф ҡабығын ҡырғыстан үткәреп йәиһә бешкән картуф иҙмәһенә бер аҙ бал һәм аш содаһы ҡушып әҙерләнгән ҡатнаш­маны ауыртҡан урынға ябырға ярай.
Әлбиттә, иң яҡшыһы – бындай бәләләргә тарымау: тайғаҡ юлда бик абай булыу, ипләп йөрөү, ҡолауҙан һаҡланыу мөһим.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/yuldar-y-tu-dyr-y-a-buly-y-/
Читайте нас: