Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 11:30

Һөйөнсө! Рәми хаҡында кино буласаҡ!

Бөгөн башҡорт кинематографияһында тарихи көн тип әйтһәк тә, хата булмаҫ – режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлауҙары хаҡында хәбәр итте.

"Шағир көндәлеге" тип аталған фильм арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормош һәм ижад юлын һүрәтләйәсәк. Рәми Ғариповтың образын Артур Ҡунаҡбаев һынландырасаҡ.
Рәми Ғариповтың ысын-ысындан халыҡ шағиры, күп башҡорт йәштәренең кумиры булып тороуы хаҡында һөйләргә кәрәкмәйҙер. Был кино – һәр милләттәшебеҙгә оло бүләк.
– “Бабич” – трилогия форматындағы проекттың нигеҙе, йәғни беренсе өлөшө, “Беренсе республика” уның дауамы булып торһа, Рәми Ғарипов тураһындағы фильм – был проекттың өсөнсө өлөшө. “Беренсе республика”лағы быуын – төҙөүселәр икән, Ғарипов – улар төҙөгәнде һаҡлаусы. Был фильмға тотоноуымдың тағы бер сәбәбе – ул да булһа, атайым (Булат Йосопов – Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы – автор). Атайым, Рәми Ғариповты яҡын күргән кеше булараҡ, уның вафатын бик ауыр кисерҙе.
Рәми Ғарипов – үҙе артынан әҙәбиәт мәктәбен булдырған, уҡыусылар үҫтергән шәхес. Минең был фильмда уның киләсәк шағиры икәнлегенә лә баҫым яһағым килә, – ти Булат Йосопов был ижади эше хаҡында.
Читайте нас: