Күңелле генә итеп байрам сәйе эскән мәлдә, торт ашап ултырған һигеҙ йәшлек малай ауыҙында тимер киҫәген тоя. Баҡтиһәң, торттың эсенә степлерҙың скобаһы эләккән булған. Моғайын, бешеренеү урынында ниндәйҙер документ эштәре менән булғандарҙыр, шул ваҡытта осоп төшкәндер, ә бешереүсе уны эҙләп тормаған, йә бөтөнләй күрмәгән, тип күҙаллай борсоулы өләсәй. Ярай әле, бала уны йотоп ебәрмәгән, аҙағы ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс. Үңәсен сыйып, ашҡаҙанын яралауы ла ихтимал бит. Яратып һатып алған торттан бындай сюрпризды көтмәгәйнек, ти аптырашта ҡалған атай-әсәй.