Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 12:00

Радий Хәбиров: “Хөкүмәттең ҙур еңеүе был”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Өфөнән “Көнсығыш сығыу юлы” проектын әҙерләүҙә башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Был хаҡта ул төбәк делегацияһының “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумындағы эш һөҙөмтәһенә йомғаҡ яһалған оператив кәңәшмәлә әйтте.

Форумда Өфөлә Салауат Юлаев проспектын төҙөүҙе тамамлау буйынса республика башланғыстары хупланды, Воровский һәм Интернациональ урамдары айырсаларында автомобиль күперҙәре күтәреү һәм “Ҡала электричкаһы” проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү, Ағиҙел, Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеүҙе финанслау мәсьәләләренә лә ҡағыла был. Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башҡортостан концессион компанияһы” (ВТБ төркөмөнә инә) араһында Өфөнән М5 федераль трассаһына яңы сығыу юлын төҙөү, финанслау һәм эксплуатациялау тураһында өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Документ республика бюджетына төшкән сығымды 30 миллиард һумға кәметергә мөмкинлек бирә.
-Был - республика Хөкүмәтенең ҙур еңеүе , - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Проекттағы тәүге шарттар беҙҙең өсөн ауырыраҡ ине. Эҙмә-эҙлекле һөйләшеү, үҙебеҙҙең позицияны яҡлай белеү һөҙөмтәһендә эште грамоталы һәм дипломатик рәүештә атҡарып сыҡтыҡ, партнерҙы ла һаҡланыҡ, бюджетты ла яҡлай алдыҡ. Проектты тормошҡа ашырыу эше башланды, проект-смета документтары әҙер.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.https://bash.rbsmi.ru/news/Radiy-H-birov--H-k-m-tte--ur-e-e-e-bil-18521/
Читайте нас: