Закон сығарыусылар, кемдең исеменә кредитҡа аҡса алыныуға ҡарамаҫтан, ошо бурыc уртаҡ бүленеп түләнергә тейеш, тигән фекерҙә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары бына ошондай башланғыс менән сығыш яһаған. Тимәк, тиҙҙән, ғаилә тарҡалғас, ир менән ҡатындың финанс ойошмалар алдындағы бурыстары ла ике яҡҡа бүлеп бирелеүе ихтимал. Кем белә, ошолай, бәлки, ғәҙелерәктер ҙә. Юғиһә, йыш ҡына ир йәки ҡатындың үҙенең генә кредитты яңғыҙ ҡаплап хитланған осраҡтарына шаһитбыҙ.
Әлеге ваҡытта судта ирҙең йәки ҡатындың кредитҡа алынған аҡсаһының ғаилә мәнфәғәтенә киткәнлеге иҫбатланған хәлдә генә уларҙың береһенең бурысын икенсеһенә бүләләр. Тик ғәмәлдә барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итә һалмай, өҫтәүенә иҫбатлауы ла еңел түгел.