Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 11:45

"Күҙ йәшем төштө"

Хәмзә эскән килеш урамда йоҡлап, ҡулын өшөткән! Уң ҡулын ҡырҡҡандар икән.Был хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға таралды. Кемдер ах итте, йәлләгән булды. Шулай ҙа яңылыҡҡа ҡыуанғандар ҙа булманы түгел. Ә ауылдың бер мөйөшөндә йәшәгән Сәрүәрә:

– Ҡайһылай шәп! Күҙ йәшем төштө. Ул эткә был ғына аҙ, күрәһе алда әле. Ике ҡулы ла ҡороһа ла ых та тимәҫмен тип ҡыуанысын осраған бер кешегә һөйләй ине.
Заманында Хәмзә ауылда иң хәлле йәшәгән ғаиләнең улы ине. Һай, эре ҡыландылар. Ауылдағы бәләкәйерәк өйҙәрҙә йәшәгәндәр улар өсөн тиң түгел ине. Уларҙы фәҡирҙән, хәйерсенән генә ҡырҡтылар. Хужа булғас ни, мал-тыуарҙы ишле тоттолар. Йәй буйы кешеләр бесән эшләшә, уларына хаҡты бирһә-бирә, бирмәһә юҡ. Феләкләп-феләкләп бал ҡоя ла бесәнлеккә үк алып барып ҡуя. Ауыҙы эске тип шапылдап торғандарға шул ғына кәрәк. Ата-әсәһенә бесән сапмаһа-сапмай, эске хаҡына иркенләп тау араһында сәхрәлә ята улар. Ә ҡыш буйы йәнә шуны ташып мәж киләләр, йәнә эсергә форсаты сыға.
- Ауылда ҡал, – тип өгөтләмәһә лә, Хәмзәнең ауылды ҡалыуы үҙенән-үҙе килеп сыҡты.
Бәй, шулай булмайса! Анау хәтлем хан һарайында икеһе генә йәшәһенме ни! Алла бойорһа, үҙҙәре кеүек хәлле генә ғаиләнән килен төшөрһәләр, ейән-ейәнсәрәҙәр тупылдап йөрөр әле.
Ваҡыт үтә торҙо. Хоҙай һәр бәндәһен ишле итеп яралта, тиһәләр ҙә, Хәмзәгә тигән иш табылманы ла табылманы. Тиңдәштәре берәм-һәрәм кәләш әйттерҙе, гөрләтеп туй үткәрҙе, балалар үҫтерҙе. Улдарының һаман яңғыҙ йөрөүенә ата-әсәһенең йөрәге янғанын башҡа берәүҙә лә белмәгәндер. Килен төшөрөп, ейән-ейәнсәрәҙәр һөйөп йәшәр көндәр алыҫтағы бер хыял булып ҡалды ла ҡалды. Инде Хәмзәләре ҡырҡын тултырып, иллене ваҡлай башланы. Улының тиңдәштәренең балалары бәпкә көтөп, быҙау ҡыуып йөрөгәнен күргәндә бигерәк тә әсәһенең йөрәге һыҙҙы. Әле улының керен йыуа, әле бөксәнләп өй йыйыштыра. Айырыуса карауат аҫтына инеп, туҙандарҙы һөртөүе ҡыйын ине. Улы өйләнһә, исмаһам, ҡулынан эш төшөр ине тип уйланы.
Ҡыҙҙарҙың аҙ рәнйешен алманы, аҙ илатманы Хәмзә. Клубҡа сығыр әмәл юҡ, төн ҡараңғылында арттан килеп йәбешә лә бахырҙарҙың һәрмәмәгән ерен ҡалмай. Ул күкрәгенә, ул башҡа еренә йоғона. Унан һөйрәкләй башлай. Бер ваҡыт һуң!
… Иртәгә мәктәптә сығарылыш кисәһе. Ул саҡта ҡыҙҙар болонда һуңғы ҡыңғырау тантанаһына болон сәскәләре йыя торғайны. Кәримә менән Айбикә лә ауылдан ике саҡрымдай алыҫлыҡтағы болонға китте. Ҡыҙҙар һигеҙенсе класты тамамлай. Быйыл икеһе лә ҡалаға сығып китергә хыяллана, педагогия училищеһына барырға уйлайҙар. Яҙғы урманда матур уйҙарға бирелеп йөрөгән ҡыҙҙар арттарынан шым ғына күҙәтеп килгән Хәмзәнең мәкерле ҡарашын тойманы. Көтмәгәндә Айбикәне Хәмзәнең ҡаты ҡулдары эләктереп алды. Ҡыҙ ҡаты ҡысҡырып ебәрҙе.
– Кем ул? Ебәр, зинһар! Миңә теймә!
Әммә күҙҙәренә йыртҡыс төҫө ингән егет ишараты 15 йәшлек ҡыҙҙың ялбарыуын да, илауын да ишетерлек түгел ине... Ә Кәримә ҡурҡышынан ни эшләргә лә белмәй ҡоралай кеүек урман араһына инеп олаҡты. Унан ауылға ҡарай йүгерҙе.
Был хәл ауылда тиҙ таралды. Шулай ҙа Хәмзә язаһыҙ ҡалды. Шул уҡ төндә егеттең ата-әсәһе һөйләшергә тип уларға килеп тә етте. Ә Айбикәнең атай-әсәһе ауылдағы иң ҙур хужа менән дошманлашыуҙан ҡурҡты. Атаһы бригадир бит! Трактор кәрәкме, аты булһа ла, уға күҙ төбәп бараһың бит...
- Күҙ йәшем төштө! Кеше рәнйеше бушҡа ебәрмәй ул. Ҡыҙымды мәсхәрә итте. Үҙе ана һаман бисә ала алмай йөрөй. Харап йәтеш булған! – Был көндәрҙә Сәрүәрәнең телендә шундай ғына һүҙҙәр булды.
Читайте нас: