Төрлөһөнән
26 Ноября 2019, 09:45

Һалым инспекторҙары эре сауҙа үҙәктәрендә эшләй

Һалым органдары халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙыра.

Билдәле булыуынса, һәр граждан 2 декабргә тиклем һалым бурыстарын түләргә тейеш. Ваҡытында түләмәһәң, пеня өҫтәләсәк.

Һалым инспекцияһына, Күп функциялы үҙәккә һалым түләү тураһында уведомление алырға йыбанаһығыҙ икән, 1 декабргә тиклем Өфөнөң эре сауҙа үҙәктәрендә һалым инспекторҙарының күсмә ҡабул итеү пункттарына килә алаһығыҙ. Белгестәрҙән ентекле консультация алырға ла, һалым бурыстары тураһында ла белешергә мөмкин. Тик паспортығыҙҙы килтерергә онотмағыҙ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/alim-inspektor-ari-ere-sau-a--kt-rend-eshl-y-17936/

Читайте нас