Һаҡ булығыҙ: был аҙнала ла синоптиктар юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ буласағы тураһында иҫкәртә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы инспекторҙары водителдәрҙе ашыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, йәйәүлеләргә ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра.
Әлбиттә, ҡағиҙәләрҙе һәр кем теүәл үтәп йөрөргә тейеш. Балалар, хәҙер ҡараңғы иртә төшә, һуң яҡтыра, водителдәр һеҙҙе яҡшыраҡ күрһен өсөн кейемегеҙҙә йәки сумкағыҙҙа яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булһын. Юл аша рөхсәт ителгән урындан һаҡ ҡына сығығыҙ. Бер нисә минутҡа һуңлаһағыҙ-һуңлағыҙ, әммә ашыҡмағыҙ.