Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 11:55

3 ғинуарҙа алкоголь һатмаҫҡа, 4-6 ғинуарҙа - сикләргә

Башҡортостан халҡы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән яңы закон проекты буйынса үҙ фекерен белдерә ала. Ул Яңы йыл байрамында алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүгә ҡағыла.

Закон проекты алкоголь ҡулланыуҙың насар эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән. Проектҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеү тулыһынса тыйыласаҡ, 4 ғинуарҙан 6-һына тиклем иҫерткес эсемлектәрҙе урындағы ваҡыт менән иртәнге 10-дан 14 сәғәткәсә һатып алып буласаҡ.
Закон проекты менән http://regulation.bashkortostan.ru/ төбәк интернет-порталында танышырға һәм үҙ фекереңде белдерергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, 1 һәм 2 ғинуар — байрам, унда бер ниндәй ҙә тыйыу булмаясаҡ. 3 ғинуар – тәнәфес, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа сикләү буйынса һатыласаҡ, артабан – ҡәҙимгесә. Алдағы йылдарҙағы фажиғәле ваҡиғаларҙың анализы күрһәтеүенсә, янғындар, иҫерек килеш ҡылған енәйәттәр, бәхетһеҙ осраҡтар күпселек осраҡта 4 – 5 ғинуарға тура килә.
Закон проектын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына “Берҙәм Рәсәй” депутаттары тәҡдим иткән. Быға тиклем Яңы йыл байрамын билдәләгәндә алкоголь ҡулланыу мәсьәләһен республика Башлығы Радий Хәбиров та күтәргәйне, бәғзе ғаиләләрҙең эскелек һаҙлығына сумып, бар донъяһын онотоуы, һөҙөмтәлә, бының ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүен билдәләгәйне. Төбәк етәксеһе фекеренсә, тыйыу – популяр сара түгел, әммә быға тиклем ошондай тәжрибә һөҙәмтәлелеген күрһәткән.
Фото: yalutorovsk.online
Читайте нас: