Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2019, 11:05

Йоҡлап китмәһә ни булған...

Өфөлә Александр Решетниковты аҙна башынан эҙләй башлағайнылар. Ирекмәндәр 47 йәшлек ирҙең Мәскәүҙә юғалғаны хаҡындағы мәғлүмәтте бөтә ергә таратты. Ул баш ҡалалағы Ҡазан вокзалынан Өфөгә юл тотмаҡсы булған. Кинәт уның менән бәйләнеш өҙөлгән.

Ниһайәт, ирҙең табылыуы, Өфөгә әйләнеп ҡайтыуы билдәле булды. Ирекмәндәрҙең хәбәр итеүенсә, Александр вокзалда билет һатып алғас, поезды көтөп ултырғанда серем итеп алырға итә. Ә Мәскәүҙә сос уғрылар күп. Ир йоҡоһонан уянғас, әйберҙәренән ел иҫкәнен күреп, аптырашта ҡала.
Мәскәүҙә, шылғаяҡ бурҙарҙан тыш, кеше бәләһенә битараф булмаған ярҙамсылдар ҙа етерлек. Александрҙың хәлен аңлап, Өфөгә тиклем поезға билет алып биреүсе кеше табылған. Мәрхәмәтлеләр һәр ерҙә лә бар, улар менән донъя йәмле. Тик сит-ят ерҙә уяулыҡты юғалтырға ярамағанын Александр менән булған хәлдән сығып та аңларға мөмкин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yo-lap-kitm--ni-bul-an-16665/
Читайте нас: