Ир кис фатирына ҡайтып, ҡатынын һәм ике йәшлек ҡыҙын аңын юғалтҡан хәлдә таба. Ашығыс ярҙам, авария хеҙмәттәре килеп етә. Медиктар килеүгә ир ҙә иҫтән яҙа. Тотош ғаиләне дауаханаға оҙаталар.
Асыҡланыуынса, улар колонкалағы һөрөм газынан ағыуланған. Тикшерә торғас, тағы ла өс фатирҙа углерод моноксидының йыйылғанын асыҡлайҙар.
Газ хеҙмәткәрҙәренә эш артты, улар башҡа биналарҙы ла тикшерә башлаған. Газ һиҙгерлек, уяулыҡ талап итә, белгестәрҙе даими саҡыртып, газ ҡорамалдарын тикшертергә йыбанмайыҡ.