Партияның бер ағзаһы бәләкәй балалы ҡатындарға "тулы булмаған эш көнө"н закон менән нығытып ҡуйырға тәҡдим иткәйне. Ҡыҫҡа аҙна хаҡында һүҙ ана шунан башланды.
Медведев һүҙҙәренсә, дүрт көнлөк эш аҙнаһы идеяһын башҡа төрлө итеп тә үҙгәртеп ҡулланырға була. Кем дүрт көн эшләгеһе килмәй, биш көн эшләһен, тик, мәҫәлән, дүртәр сәғәтләп.
Бер яҡтан уйлаһаң, был "тулы булмаған мәшғүллек" ти атала ала. Премьер-министр ҙа шулай ти:
- Это и будет в современном смысле неполная занятость, но если мы когда-нибудь к этому придем с точки зрения трудовой нагрузки и законодательства, то это будет полная занятость при четырехдневной рабочей неделе.
Дмитрий Анатольевич Хеҙмәт кодексына "тулы булмаған эш көнө" төшөнсәһен индереүҙе хупламаны. Эш көнөнөң яртыһы ла тулы булмаған эш көнө булыуы мөмкин, унан күберәк сәғәттәр ҙә. Медведев Хеҙмәт кодексына айырым билдә менән яҙырға кәңәш итмәй.